top of page
aed0460a-8bae-4bb1-8889-3fb6791e9977.web
Кескәйҙәрҙе ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр (антонимдар) менән таныштырабыҙ, уларҙы телмәрҙә актив ҡулланырға өйрәтәбеҙ 

Разнокоренные антонимы в башкирском языке:

  • «алыҫ» — «яҡын» (далёкий — близкий),

  • «бысраҡ» — «таҙа» (грязный — чистый),

  • «аз» (мало) - «күп» (много).

  • көн – төн (день – ночь)

  • алыҫ – яҡын  (далекий – близкий)

  • Яҡшы – насар (Хороший – плохой)

  • Муллыҡ – ярлылыҡ (Роскошь – нищета)

  • Изгелек – яуызлыҡ (Добро – зло)

  • Йомшаҡ – ҡаты (Мягкий – твердый)

 

Однокоренные антонимы:

  • «бәхет» — «бәхетһеҙлек» (счастье — несчастье),

  •  «ғәҙеллек» — «ғәҙелһеҙлек» (справедливость — несправедливость),

  • «ирек(лек)» — «ирекһеҙлек» (свобода — неволя),

  • «тәмле» — «тәмһеҙ» (вкусный — невкусный),

  • «үткер» — «үтмәҫ» (острый — тупой) и др.

АНТОНИМ 
Отоп алдым 
Мин бер һүҙ: 
Антоним, антоним! 
Антонимды белергә 
Бик тә кәрәк, тиеүмен. 
Яҡшы малай, насар малай – 
Ҡайҙа бында антоним? 
Яҡшы менән дуҫ булырға 
Бик тә кәрәк, тиеүмен. 
Изге кеше, яуыз кеше – 
Ерҙә бик күп антоним... 
Антонимдарҙы айырғас, 
Үҫә бара аҡылым. 
(Ф.Туғыҙбаева)
КИРЕҺЕН ӘЙТ 
Бик матур һүҙ беләм – “яҡшы”. 
Киреһе ниндәй һуң? – (Яман.) 
Мин һиңә әйтәмен – “дөрөҫ”, 
Тиҫкәре яуап бир – (“ялған”.) 
Бик насар һүҙ беләм – “ҡурҡаҡ”, 
Ҡаршы кил һин миңә – (батыр). 
“Көртлө юл” тигәнгә ҡаршы 
Киреһен әйт әле – (таҡыр), 
Был, тим мин, уйындың “аҙағы”. 
Һин ҡаршы киләһең – (башы). 
Дауам ит улайһа шиғырҙы, 
Һәр һүҙгә яуап тап ҡаршы. 
(Т.Ғәниева)

Антонимдар

 – ҡапма –ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәр

DssBRdcVzxY
dsPGaCJC6Oo
bv2rTW5MT_Q
aPaxCBsrWXw
Z_FpUiN0GYk
u4suGuxbSuY
TUK1EjGfbOA
XYz0k9283dw
lYnCj1Ij-Gs
3
1
5
7
6
8
4
2
img5 (1).jpg

Бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын яҙығыҙ.

аҡ- .....................      алыҫ- ....................

бейек- ................     ҙур-.......................

йомшаҡ-.............    йәш-.....................

киң-......................   ҡуйы-....................

оҙон-...................    оло-.......................

таҙа-....................    эре-.......................

ялҡау-.................   йылы-....................

«Ноябрь» тексты өҫтөндә эш.

Ноябрь

Ноябрь – көҙҙөң һуңғы айы. Иртәнсәк бик һыуыҡ була. Көслө елдәр иҫә. Ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын ҡоя. Ҡар төшкәнгә тиклем, төндәр бик ҡараңғы була. Күлдәр һәм быуалар боҙ менән ҡаплана. Ноябрҙә һуңғы өйрәктәр көньяҡҡа китеп бөтә. Сөнки, күлдәр туңғас, улар үҙҙәренә ем таба алмайҙар. Баҡсаларҙа, өй тирәләрендә ҡыҙылтүштәр күбәйә. Улар миләш емештәре менән туҡланалар. Ноябрь аҙағында баҫыуҙар, яландар ҡар менән ҡаплана. Ҡоштарға ем табыуы ауырлаша.

- Тексты уҡығыҙ. Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын табып күсереп алығыҙ.

 Мәҡәлдәрҙә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табығыҙ.

Батыр бер үлә, ... ҡырҡ үлә.

Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ... яҡшы.

Дуҫ илатып өйрәтер, ... көлдөрөп көйрәтер.

Ас хәлен ... белмәй.

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page