top of page
0_785ba_33771d13_orig.png
0_73516_bc49b2de_orig.png
bookmark-icons-illustration_24911-20883.
bookmark-icons-illustration_24911-20883.

Ҡәҙерле уҡыусылар!

        Был бүлектә мин һеҙгә башҡортса шиғырҙар, тиҙәйткестәр уҡырға тәҡдим итәм. Сөнки шиғырҙар беҙҙең йәнебеҙҙе генә байытып ҡалмай, ә мейе эшмәкәрлегебеҙҙе лә үҫтерә, тип һанай ғалимдар. 

Ғөмүмән, ҡысҡырып уҡыу кешелә үҙ фекерен дөрөҫ һәм еңел генә итеп әйтергә өйрәтә, һүҙ байлығын арттыра, дикция яҡшыра, тасуири, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәһен үҫтерә. 

Баланың яҡшы хәтере - уның киләсәктә мәктәптәге уңыштарына тура юл. Шуға күрә уны үҫтереү өҫтөндә кесе йәштән үк эшләргә кәрәк. Бында ҡыҫҡа ғына, шул уҡ ваҡытта йөкмәткеле шиғырҙар ярҙамға киләсәк. Уларҙы ятлатыу баланың хәтерен генә түгел, телмәрен, иғтибарлылығын, актив һүҙлеген дә үҫтерергә ярҙам итә.

YGaWbutiJq4
CpFeZkApvbk
rscp0nT1fk0
9XlVWpbNNPI
3P5JkLZFWHQ
tNzGYwhGYww
P6jENSntZOM
nmVS79t8TD8
bscdvRbA9Ws
QyUGnqVlJZ8
xhE9ToyeKtY
ZTis20rwD5U
y8dpUOZUHRo
Z61cZ5v-A7o
z5F5_gXMrOY
vbf6QEc8y3A
-YWQVDSnkhI
UqdeQS2laV8
QNt_vulFHyQ
yUM9o2QK-3w
8H25rDBrul0
dBIjOX94BnQ
65bQXV21rEk
DfwC76Fq6vg
Хаталы шиғырҙар
0318d9567488cad8da48f3cb09fd23cf.jpg
Шиғырҙар
85c3def12cb6712cda07401d26576630.jpg
85c3def12cb6712cda07401d26576630.jpg
85c3def12cb6712cda07401d26576630.jpg
Баҡсала үҫә һабаҡ, 
Ҡайһылай оҙон ҡабаҡ! 
Көҙ килгәс, ошо ҡабаҡ 
Бирерме икән һабаҡ? 
Хата юҡмы, эҙлә, тап. 
Төҙәтеп уҡы ҡабат! 

“Атта ял да юҡ, ҡойроҡ та, 
Уйнама,” – тигәс атай, 
Утты йүгәнләп алып, 
Яланға сапты Рамай. 
Иғтибарлы бул, малай, 
Бәлә килмәһен былай! 

Өләсәйем еләктән 
Киптергәйне тәмле ҡар. 
Ҡаҡ яуып, ҡаҙҙар һуйғас, 
Беҙ ашайбыҙ татлы ҡар. 
Әллә шунда хата бар? 
Әллә буталған Илнар? 

Көндөҙөн дә, төнөн дә 
Оя яһай йондоҙҙар. 
Йондоҙҙарға күҙ ҡыҫып 
Ҡарап тора ҡондоҙҙар. 
Күктәме әллә ҡондоҙ? 
Һыуҙамы әллә йондоҙ? 

Зәлифә Янышева
СӘЛӘМӘТ ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР 
ЗАРЯДКАҒА БАҪ! 
Урындан тора һалып, 
Зарядкаға баҫ! 
Сынығып үҫеп булмай бит, 
Иренеп ятҡас. 
Тәҙрәне асып ебәрҙем - 
Зарядкаға баҫ! 
Их, ниндәй саф һауа инә - 
Юғал, йоҡо, ҡас! 
Бер, ике, өс, бер, ике, өс - 
Яңылышмай баҫ! 
Йылмай, ҡояш, иҫ, еләҫ ел, 
Күңелдәрҙе ас! 
(Ә.Әсәҙуллина) 
ЙЫУЫНАБЫҘ 
Тып-тып-тып...тама тамсылар  
Һыу ҡалай тиҙ йыйыла. 
Зарядканан һуң балалар 
Кран асып йыуына. 
Тештәребеҙ ап-аҡ булһын, 
Битебеҙ янып торһон. 
Ҡолаҡтарыбыҙ таҙарһын. 
Күҙҙәр ҙә көлөп торһон. 
Йыуынабыҙ, йыуынабыҙ, 
Ялҡауланып тормайбыҙ. 
Көҙгө алдында ҡупшылап 
Сәсебеҙҙе тарайбыҙ. 
Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ, 
Нидәй таҙа балалар. 
Беҙҙән дә уңған кем бар, тип 
Матур баҫып баралар. 
(А.Йәғәфәрова) 
ТУРНИК 
Китапта күреп айыуҙы 
Китә иҫтәрем. 
Булам уның кеүек көслө, 
Мускул үҫтерәм. 
Күтәреләләр турникта 
Атай, ағайым. 
Уларҙы мин ҡарап тороп, 
Отоп алайым! 
Көслө булам, тип эшләйем – 
Нимә отҡанмын. 
Ә әлегә минең турник – 
Ишек тотҡаһы! 
(З.Акбутина) 
ХӘРӘКӘТ 
Хәрәкәт ул – йөрөү атлап, 
Хәрәкәт – барыу ауға. 
Хәрәкәт ул – елеү атта, 
Хәрәкәт – менеү тауға. 
“Хәрәкәттә – бәрәкәт”, - тип 
Әйткән ололар бик хаҡ. 
Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң, 
Йүгер, һикер, тәкмәс ат! 
(Н.Сәлимов) 
СЫНЫҒЫП ҮҪӘБЕҘ 
Бер, ике, бер, ике — һәр иртә 
Саҡыра беҙҙе саф һауаға. 
Спорт менән дуҫ булыу файҙалы 
Мәктәптә уҡыған балаға. 
- Йүгереп, һикереп, йөҙөп тә, 
Сынығып алабыҙ күнекмә. 
Таҙа ла, көслө лә, ҡыйыу ҙа булырбыҙ. 
Атайҙар артынан - бараһы юлыбыҙ. 
(Ә.Әсәҙуллина) 
СЫНЫҒАЙЫҠ 
Көн бик эҫе булһа ла, 
Урамға ҡар тулһа ла, 
Һыуыҡ һыу алып, тышта 
Ҡойонам йәй ҙә, ҡыш та. 
Шулай сынығам гелән 
Йыл да атайым менән. 
Йәгеҙ, малайҙар, кемдәр 
Үрнәк алырҙар минән? 
(Н.Сәлимов)
УҠЫТЫУСЫ ТУРАҺЫНДА ШИҒЫРҘАР 
УҠЫТЫУСЫМА 
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай 
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын? 
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын 
Ҡурсалаусы бер ыласын. 
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай, 
Күҙәтеп бар хәрәкәтен, 
Һәр бала башлайҙыр шулай 
Ҙур донъяға сәйәхәтен. 
Кем етәкләй, артта ҡалһаң, 
Йылмайып һуҙа ҡулдарын? 
Беҙ тоябыҙ һәр ваҡыт та 
Ҡыйын саҡтарҙа ул барын. 
Өйрәтә һан-хәрефтәрҙе, 
Серле асҡыс – шунда ул, ти. 
Тырышлыҡ та, ныҡышлыҡ та 
Иң кәрәге юлда ул, ти. 
Уҡытыусым, 
Балҡытыусым 
Дүрт тарафҡа яҡты юлды, 
Мин тойоп барамын һаман 
Маҡсатыма алып барған 
Һинең наҙлы, көслө ҡулды. 
(Гөлназ Ҡотоева) 
УҠЫТЫУСЫМА 
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа 
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм. 
Тәү башлап мәктәп ишеген 
Үрелеп асҡан көнөм. 
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап, 
Ҡараның күҙҙәремә. 
Һүнмәҫлеҡ ҙур дәрттәр һалдың 
Бәләкәс йөрәгемә. 
Һин һөйләнең бәхетемдең 
Аҡлығы тураһында. 
Тыуған илдәге халыҡтың 
Шатлығы тураһында. 
Һин етәкләп мендең мине 
Тауҙарҙың бейегенә. 
Алып киттең далаларға, 
Диңгеҙҙәр киңлегенә. 
Һин яртырға өйрәттең 
Һәрбер биҙәген ерҙең. 
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең 
Серҙәрен асып бирҙең. 
(Мостай Кәрим )
ЯҠТЫ ҠОЯШ 
Уҡытыусы - күк йыһандан 
Йондоҙ эҙләп биреүсе. 
Ергә төшөп, гөл-баҡсанан 
Емеш-еләк тиреүсе. 
Уҡытыусы - был донъяла 
Күп-күп нәмә белеүсе. 
Йәш быуынды ҡорға туплап, 
Киләсәккә елеүсе. 
Уҡытыусы – ғалим кеше, 
Бөйөк аҡыл эйәһе. 
Ул биргән белем-зиһенде 
Беҙгә лә бит беләһе. 
Уҡытыусы – яҡты ҡояш, 
Тылсым тулы нурҙары. 
Йәш кешене Кеше итеү – 
Уның хыял-уйҙары... 
(Венер Йәнбәков)
УҠЫТЫУСЫМА 
Һәр һүҙегеҙ 
Миңә алтын булды, — 
Һис бер килмәй 
Сереү алтынға. 
Улар яныр 
Яҡты йондоҙ булып, 
Юл күрһәтеп 
Алға барырға. 
Уҡытыусы — 
Ниндәй гүзәл исем! 
Кеше итеп 
Һине әҙерләй. 
Тормоштоң ул 
Көрәшсеһе итә, 
Кескенәнән 
Һөйә, ҡәҙерләй. 
(Рәми Ғарипов) 
УҠЫТЫУСЫМА 
Һәр һүҙегеҙ 
Миңә алтын булды, — 
Һис бер килмәй 
Сереү алтынға. 
Улар яныр 
Яҡты йондоҙ булып, 
Юл күрһәтеп 
Алға барырға. 
Уҡытыусы — 
Ниндәй гүзәл исем! 
Кеше итеп 
Һине әҙерләй. 
Тормоштоң ул 
Көрәшсеһе итә, 
Кескенәнән 
Һөйә, ҡәҙерләй. 
(Рәми Ғарипов) 
УҠЫТЫУСЫМ 
Аҡыллы, түҙемле, һөйкөмлө, 
Белемле һәм изге күңелле. 
Донъяны, тормошто яратҡан, 
Беҙҙе гел ауыҙына ҡаратҡан, 
Аң-белем һәм сафлыҡ таратҡан, 
Һәр хәлдән сығыр юл тапҡан, 
Һүҙгә йор, күңеле йыр яратҡан- 
Уҡытыусым, мин һине яратам !
 (Миләүшә Ғәйфуллина )

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page