top of page

«Бөжәктәр» темаһына ҡараған лексика менән танышабыҙ

Бөжәктәр - насекомые
Күбәләк - бабочка
Энәғараҡ - стрекоза
Иңкеш - шмель
Тыраж - шершень
Һағыҙаҡ - оса
Бал ҡорто - пчела
Ҡуңыҙ - жук
Май ҡуңыҙы - майский жук
Колорадо ҡуңыҙы - колорадский жук

Серәкәй - комар
Себен - муха
Күгәүен - овод
Ҡырмыҫка - муравей
Үрмәксе - паук
Талпан - клещ
Ҡамҡа - божья коровка

Суфый сиңерткә-богомол

Сиңерткә – кузнечик

aed0460a-8bae-4bb1-8889-3fb6791e9977.web
КҮБӘЛӘК 
Күбәләгем, һыу буйында 
Туғайҙарҙа үҫәһең, 
Сәскәләрҙән сәскәләргә 
Ниҙер эҙләп күсәһең. 
Күбәләгем, леп-леп осоп, 
Төрлө гөлгә ҡунаһың, 
Гөл өҫтөнә ҡунған саҡта, 
Сәскә кеүек булаһың. 
Аҡ та була, күк тә була, 
Төрлө була күбәләк. 
Сәскә осҡан кеүек була, 
Улар осһа бергәләп. 
(Ҡ.Даян) 

БАЛ ҠОРТО 
Тельняшка "кейгән" бал ҡорто 
Быҙлап оса яҡында, 
Әллә инде тыуып-үҫкән 
Десантниктар янында. 
Холоҡо ла бит шуларҙыҡы - 
Ҡурҡмай ҙа ул бер ниҙән, 
Ниңә инде ҡурҡһын ти ул - 
Ул бит тельняшка "кейгән"!.. 
(Ғ.Гайсин) 

СӘСКӘ МЕНӘН КҮБӘЛӘК 
Яландағы аҡ сәскәгә 
Ҡунды ла бер күбәләк: 
- Икебеҙ ҙә бер төҫтәбеҙ, 
Осайыҡ, - ти, - бергәләп. 
- Үҙең генә ос, - ти сәскә, - 
Үпкәләмә һин бер ҙә. 
Икебеҙ ҙә осоп китһәк, 
Матурлыҡ ҡалмаҫ ерҙә. 
(М.Дилмөхәмәтов) 

СИҢЕРТКӘ 
Күҙҙәреңде йыртып ас та 
Кил туғайға һин иртә. 
Донъяларын ярыр булып, 
Сың-сың итә сиңерткә. 
Әй атыла ут остоғо, 
Ялт-йолт килә үләндә. 
Сиңерткәләр сырылдаша 
Ысыҡ тулы сиҙәмдә. 
Әй атыла сиңерткәләр, 
Һикерә ут остоғо, 
Әйтерһең дә, тыуған яҡтың 
Сәселә бит осҡоно. 
(Т.Йосопов)
 
БАЛ ҠОРТО 
Бик эшсән бер халыҡ 
Беҙгә бирә тәмле аҙыҡ. 
Сәскәләрҙән һут йыя, 
Матур кәрәҙҙәр ҡоя. 
Кәрәҙҙәрен мөлдөрәмә 
Балға тултырып ҡуя, 
Баҡсала ғына йорто, 
Ә исеме – бал ҡорто. 
(Ф.Ғөбәйҙуллина) 
ҠЫРМЫҪҠА 
Уралға ҡушып 
Үҙенән ҡалмаҫҡа, 
Ағасты буйлай 
Етеҙ ҡырмыҫҡа. 
(Д.Талхина) 

 

КҮБӘЛӘК 
Мин торам ҡырҙарҙа, 
Болонда, урманда. 
Уйнайым, осамын, 
Яҡты көн булғанда. 
Иркәләй һәм һөйә 
Ҡояштың яҡтыһы. 
Аш булалыр миңә 
Сәскәләр хуш еҫе. 
(Ғ.Туҡай) 

ҮРМӘКСЕ 
Етеҙ энәләре менән 
Баҡсабыҙҙа үрмәксе 
Үҙенә мамыҡ шәл бәйләй 
Әсәйемдән күрмәксе. 
(А.Йәғәфәрова) 

ҺАҒЫҘАҠ 
Бал ҡарағы – нәҙек бил, 
Ҡыуһаң, тешләп сағыр, бел! 
Һырый тәм-том ағыҙһаҡ 
Һары әрһеҙ һағыҙаҡ. 
(Р.Ниғмәтуллин) 

 

БАЛ ҠОРТО 
Жыж-жыж килә бал ҡорто: 
“Килдем, - ти, - бында эшкә. 
Саҡырып тора мине 
Ал, зәңгәр, ҡыҙыл сәскә”. 
(Ф.Рәхимғолова) 

 

КҮС 
Арғы остан бирге осҡа 
Күс болото күсенә. 
Күсә-күсә, килеп инә 
Буш умарта эсенә. 
(М.Илбаев) 

ҮРМӘКСЕ 
Кескәй генә үрмәксе, 
Арҡан үреп ебәктән, 
Төшөп килә еректән. 
Һай, афарин, үрмәксе, 
Уңған булып үҫмәксе! 
(Ә.Әфтәх) 

БАЛ ҠОРТТАРЫ 
Нисек итеп биҙмәйҙәр, 
Бер туҡтауһыҙ безләйҙәр. 
Безләшеп, улар беҙгә 
Сәскәнән бал эҙләйҙәр. 
(Ш.Бикҡол) 

ҠУҢЫҘ 
Ҡуңыҙ-ҡуңыҙ, ҡуңыҙҡай, 
Арҡалары ҡуңырҡай, 
Шәп ҡумыҙсы ул ҡуңыҙ, 
Йәй буйы тарта ҡумыҙ. 
(Г.Ситдиҡова) 

ҠЫРМЫҪҠА 
Түмәр өҫтөндә 
Йөрөй ҡырмыҫҡа. 
- Килсе, ҡырмыҫҡа, 
Ултырсы усҡа. 
(А.Йәғәфәрова) 

БАЛ ҠОРТТАРЫ 
Билдәр быуып, бал ҡорттары 
Бәпембәгә һыу һибә. 
Һуттар йыйып күнәгенә, 
Ҡайта улар өйөнә. 
(М.Ҡасимова) 

МАТУР ҮРМӘКСЕ 
Күршеләге үрмәксе 
Сәсен өстән үрмәксе, 
Ал таҫма тағып ҡына 
Матур итеп йөрөмәксе. 
(Д.Талхина) 

БАЛ ҠОРТО ҺӘМ КҮБӘЛӘК 
Осалар болон буйлап 
Бал ҡорто һәм күбәләк. 
Ҡайҙа йәмле бигерәк, 
Баллы сәскә күберәк. 
(Ф.Рәхимғолова) 

 

ҠЫРҒАЯҠ 
Ҡырғаяҡ - ҡырғаяҡ, 
Утыҙ аяҡ, ун аяҡ, 
Егермеһе - һул аяҡ, 
Егермеһе - уң аяҡ. 
(Г.Ситдиҡова) 

 

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page