top of page

ЙЫУА 
Йыйып килтерҙем ЙЫУА, 
Сәлимә ҡулын ЙЫУА. 
Бысраҡ ҡуллы кешегә 
Бирмәйем шул мин йыуа. 
(Ф.Рәхимғолова) 

ТУҢДЫРМА 
Бейәләйемде сисәм – 
Ашайым бит ТУҢДЫРМА. 
Бик аҙ ғына түҙеп тор, 
Ҡыш, ҡулымды ТУҢДЫРМА. 
(Ф.Рәхимғолова) 

ТОРМА 
Ҡурҡып ТОРМА, 
Аша ТОРМА – 
Сығыр тирең, 
Ҡасыр сирең. 
(Ф.Рәхимғолова) 

 

ОЛАТАЙ 
Олатай еткән ЙӨҘГӘ, 
Ә шулай ҙа йәш ЙӨҘГӘ. 
Күҙҙәре үткер КҮРӘ 
Күҙлекһеҙ шуға КҮРӘ. 
Күп эшләй, иләй ТИРЕ, 
Битенән тама ТИРЕ. 
Ситек тегә, тотоп БЕҘ, 
Һоҡланабыҙ уға БЕҘ. 
(С.Муллабаев)

img0 (2).jpg
Аҙаш һүҙҙәр (омонимдар) менән танышабыҙ, уларҙы танып белергә өйрәнәбеҙ

 «ай» (луна) — «ай» (месяц),

«бур» (мел) — «бур» (вор),

 «еҫ» (запах) — «еҫ» (угар)

«беҙ» (шило) — «беҙ» (мы),

«ҡала» (город) — «ҡала» (остаётся),

«көҙгө» (зеркало) — «көҙгө» (осенний)

 
ҠАРТ АЙЫУ 
Эштәр киткәс ҡартайыуға. 
Хәстәр артты ҡарт айыуға. 
Зарланды: 
- Хәл мөшкөл үтә, 
Тик бәлешкә тешем үтә... 
Былай кәңәш бирҙе ҡарға: 
- Ҡапланыр ер тиҙҙән ҡарға. 
Мә, үҙеңә тоҡ, ҡабалан, 
Йый тиҙерәк тоҡҡа балан. 
Айыу быға ауырһынды: 
- Күтәреү ауыр һынды! 
Был һүҙҙәрҙән тауыҡ көлдө. 
Тырнап, үҙе ятҡан көлдө. 
Ғәрсел айыу шартлай яҙҙы, 
Тороп шунда билен яҙҙы: 
- Барам. Ләкин тоҡ бит йөк. Мә, 
Кем күтәрә арҡаһына? 
- Бәй, бәй, - тиҙәр, - үҙең йөкмә! 
- Ҡуй, - ти, айыу. – Арҡа һына. 
Булат Рафиков

yxiHHj3nNag.jpg
8i2cIIYp8bc.jpg
Goqem0soY8c.jpg
cumMbaU4Fx8.jpg
Cddf7rCHciY.jpg
jOGAkXXpsW0.jpg
img4.jpg

​​һөйләмдәрҙән омонимдарҙы табайыҡ.

  1. Әсәйем ашты тәмле итеп, һалма ҡырҡып бешерә. Аш әҙер  булмайынса, туҡмасты һалма.

  2. Йылға аша уңайлы ғына баҫма һалдылар.Аяҡ аҫтыңа ҡарамайынса баҫма, йығылырһың.

Нөктәләр урынына дөрөҫ омонимдарҙы ҡуйып, дәфтәргә яҙырға

а) Баҡсала … үҫә.

б) Өҫтәлдән китап … .

 

а) Бына … килде.

б) Һөйләмде дәфтәреңә … .

 

а) … мәктәпкә китте.

б) Мин зоопаркта … күрҙем.

 

Омонимдарҙы табып ҡара!

Мин - яҙ айы,

Табып ҡара,

Хәҙер - мин аш,

Ҡабып ҡара.

 

«Йөҙ» тип тә әйтәләр миңә,

Булам кешелә, башта.

Буламын дәфтәр, журналда,

Хатта һәр бер китапта.

 

Ауыҙ эсендә мин торам,

Һүҙ һөйләп, тешкә тейеп,

Хәҙер бына башҡаса әйт,

«Икмәк киҫ әле», - тиеп.

img6 (1).jpg

​Өйгә эш

  1. Омонимдар ҡулланып, 4 юллыҡ шиғыр яҙырға.

  2. 3 пар омонимды һайлап, һөйләмдәр төҙөргә.

  3. Китап-журналдарҙан омонимдар ҡулланып яҙылған шиғри әҫәрҙәр табырға.

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page