top of page
3ab04cf43c4de280a0d3c053e9efd13a.jpg
Anchor 1
b066e7160b40c7ec7345980cd1bed777.jpg
9cc005e67ed3ddd63b0f159a7b3c78b1.png
e611f80f36fdc8bee1c95d77d6bb4324.jpg
IMG_20200910_123231.jpg

Минеңсә, уҡытыусы тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, уны башҡаларға таратырға, үҙенең уңыштары, ыңғай эш һөҙөмтәләре менән  уртаҡлашырға тейеш. Минең өсөн портфолио - үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдәге иң сағыу мәлдәре һәм юғары ҡаҙаныштары менән бүлешеү мөмкинлеге лә. Бирелгән мәғлүмәттәр кемгәлер файҙалы булыр, тип ышанам.

Хөрмәт менән Гөлнар Сабит ҡыҙы

e611f80f36fdc8bee1c95d77d6bb4324.jpg

Әйҙәгеҙ танышайыҡ

ФИШ: Мөсәлимова Гөлнар Сабит ҡыҙы

Эш урыным:  Белорет районы Олойылға ауылы мәктәбе

Квалификациям: беренсе  категориялы

Стажым: педагогик стажым - 6 йыл, дөйөм стажым - 7йыл

Вазифам: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, информатика уҡытыусыһы, класс етәксеһе

Мин үҙемдең һөнәремде бик ныҡ яратам. Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырымды белә инем. Педагогик юлымды мин 2015 йылда Белорет районында башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ башланым.  Әлеге ваҡытта Олойылға мәктәбендә 1 кластан 9 класҡа тиклем төрлө милләт балаларына башҡорт теле серҙәрен өйрәтәм. Мин уҡыусылар менән төрлө алымдар, заманса технологиялар менән ижади эшләргә яратам. Бигерәк тә информатив коммуникацион һәм уйын технологияларына өҫтөнлөк бирәм. 

    6 класс етәксеһе булараҡ уҡыусыларым менән төрлө экскурсияларға йөрөйбөҙ. 

    Буш ваҡытымды ғаиләмә һәм үҙ аллы профессиональ үҫеш кимәлен күтәреүгә бүләм. Шулай уҡ ҡул эштәре эшләү менән мауығам. 

pink-ribbon-1793978__480.webp
Яңылыҡтар
Уҡытыусы. Мөғәллим. Ҡайһы бер халыҡтарҙа ер һөрөүсеме ул, алтын ҡуллы тимерсеме, үҙ эшенең абруйлы оҫтаһы булған кешене хөрмәтләп Мөғәллим тип әйтеүҙәре юҡҡа түгел. Әммә әсәнән ҡала, тик бер генә затҡа табынам, уның исеме – уҡытыусы. (М.Кәрим)

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page