top of page

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеген ойоштороу

           Уҡыусылар белемле, патриотик рухлы, Тыуған илен, тәбиғәтен, мәҙәниәтен яратҡан, үҙ-үҙенән, тормоштан ҡәнәғәт була белгән  шәхес булып үҫһен өсөн, дәрес материалы ғына етмәй. Бының өсөн Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптары буйынса дәрестәрҙән тыш эшмәкәрлеккә сәғәттәр бүленгән. Ошо сәғәттәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә алып уны мәҙәни һәм әхләҡи йүнәлеш буйынса ойошторорға мөмкин.

              Һеҙ бында кластан тыш сараларҙың сценарийҙарын, эш һөҙөмтәләрен ҡарай алырһығыҙ. Кластан тыш саралар буйынса һорауҙарығыҙ килеп тыуһа, рәхим итеп һорағыҙ.  Ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышырмын.

#МойПапаМойГерой
#СоветМужчинБашкортостан

Минең атайым - минең батырым.

Минең атайымдың исеме Минуллин Рәсүл. Ул Олойылғала тыуған. Минең атайым тимер юлында эшләй. Ул мәрхәмәтле, көслө, аҡыллы, көләс. Атайым машиналар, компьютерҙар, телефондар менән мауыға. Мин атайымды ныҡ яратам.

Панфилова Мария Олойылға төп белем биреү мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы.

6csairyn1ZE.jpg

#МойПапаМойГерой

#СоветМужчинБашкортостана

Минең атайым - минең батырым.

Минең атайымдың исеме Айрат. Ул тимер юлында эшләй. Эшендә ул хөрмәткә лайыҡ хеҙмәткәр.

Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, атайым ғаилә тураһында онотмай. Атайымдың ҡулдары алтын, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, бөтәһе лә эшләнә. Минең атайым бик көслө, аҡыллы.

Ул балыҡ тоторға ярата.

Мин атайым менән ғорурланам һәм яратам!

Ғиниятуллин Алмаз Олойылға төп белем биреү мәктәбенең 5 класс уҡыусыһы.

#МойПапаМойГерой

#СоветМужчинБашкортостана

Минең атайым - минең батырым.

Минең атайымдың исеме Ринат. Ул бик көслө, батыр, яҡшы һәм хәстәрле.

Ул тимер юлында эшләй, поездарҙың эшләүен тикшерә. Атайым эш һөйөүсән, шуның өсөн мин уның менән ғорурланам. Атайымдың белмәгән эше юҡ! Һөнәрҙәрен һанап бөтөрөп тә булмай. Уның ҡулдары алтын: бик тәмле ашарға бешерә. Бөтә ергә лә өлгөрә. Әсәйемә, тыуғандарыбыҙға, күршеләргә лә ярҙам итә. Берәй әйбер боҙолһа, тиҙ генә эшләп тә ҡуя.

Ул әсәйемде бик ныҡ ярата. Беҙҙе бер ҡасан да үпкәләтмәҫ.

Уның тормошонда бик күп ҡаҙаныштар бар. Атайым тураһында яҡшы һүҙ ишетһәм, минең күңелем ҡыуанып китә. Минең атайым батырға оҡшаған, сөнки бөтә уйлаған эштәрен эшләп өлгөрә. Уның яратҡан шөғөлө – машиналар эшләү. Ул күптән шуның менән мауыға. Ауыр ваҡыттарҙа атайым һәр ваҡыт беҙгә ярҙам итә. Бер ҡасан да, бер кемгә лә «Юҡ» тип әйтмәй, кемгә ярҙам кәрәк, шуға ярҙам ҡулын һуҙа.

Мин атайым менән ғорурланам, ул был донъяла иң яҡшыһы! Мин уны бик ныҡ яратам!

Ахмедина Дарья Олойылға төп белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы.

#МойПапаМойГерой

#СоветМужчинБашкортостана

Минең атайым - минең батырым.

Атай… Был һүҙҙә бик тәрән мәғәнә ята. Ғаилә тотҡаһы, тыуған ерен һаҡлаусы ир-егет. Ниһәйәт - ил ағаһы.

Борон-борондан илебеҙҙе дошмандарҙан ирҙәр һаҡлаған. Тимәк, атайҙар ғаилә терәге генә түгел, ил терәге лә булып торалар.

Һәр атайҙа көс, батырлыҡ, матурлыҡ бар. “Минең атайым,ҡәҙерлем, яратҡаным!”- тип беҙ шатланып, ғорурланып әйтергә тейешбеҙ.

Мин ысын күңелдән һәм йөрәктән үҙемдең атайымды бик ныҡ яратам. Уның исеме Алик. Минең атайым Бөрйән районында эшләй. Ул юл хәрәкәте эшсеһе. Уның эше бик ауыр һәм яуаплы.

Атайым минең берҙән-берем, батырым, таянысым, ышанысым, терәгем. Ул ауырлыҡтарға бирешмәй торған кеше.

Минең атайым бик тәмле бешерә. Ул шулай уҡ бейергә һәм йырларға ярата. Беҙ бергә машина ла йөрөгән ваҡытта, атайым һәр ваҡыт башҡорт йырҙарын ҡуя һәм йырсыға ҡушылып йырлай.

Атайымдың эше күп булыуға ҡарамаҫтан, ул һәр ваҡыт әсәйемә һәм беҙгә ярҙам итә.

Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ул һәр ваҡыт беҙҙе ҡурсалай.

Берәй эшебеҙ килеп сыҡмаһа, атайыбыҙ һәр ваҡыт беҙҙе ныҡ итеп ҡосаҡлай.

Мин атайым менән ныҡ ғорурланам – ул минең батырым.

Киләсәктә мин атайым һымаҡ аҡыллы, эш һөйөүсән, сыҙамлы, тәртипле, көслө булырға теләйем.

Ахметшина Карина Олойылға төп белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы.

#МойПапаМойГерой

#СоветМужчинБашкортостана

Минең атайым - минең батырым.

Мин үҙемдең атайымды яратам. Уның исеме Роман. Уға ҡырҡ йәш. Атайым йәшенә ҡарамаҫтан, үҙен ҡарай, спорт менән шөғөлләнә. Мин уға 35 йәш кенә бирер инем. Атайым Урал батырына бик ныҡ оҡшаған. Баһадир кәүҙәле, сибәр йөҙлө, көслө, батыр йөрәкле кеше. Мәктәптә бик яҡшы уҡыны. Ул бик матур һүрәт төшөрә. Хәҙерге ваҡытҡа тиклем һүрәттәре һаҡланып ҡалған. Һүрәт төшөрөү һәләте миңә атайымдан күскән. Мин беләм, атайым һәр ваҡыт миңә ярҙам итәсәк.

Минең атайым бик көслө. Атайымда миңә иң нығы беҙҙе яҡшы тәрбиәләүе оҡшай.

Ул йылмайһа, мин бөтә насарлыҡтарҙы онотам һәм күңелгә бик яҡшы булып китә.

Мин бөтә нәмә өсөн атайыма рәхмәтлемен: беҙҙе һәр ваҡыт яҡлауы өсөн, бәхетле бала-сағыбыҙ өсөн.

Атай минең өсөн һәр ваҡыт терәк-таянысым. Атайлы булған өсөн хоҙайға рәхмәт әйтәм. Атай, мин һине яратам!

Баклан Ксения Олойылға төп белем биреү мәктәбенең 7 класс уҡыусыһы.

Закиров Ильшат - 3 класс
Муратшин Тимур - 4 класс
Махмутов Амир - 1 класс
Магазова Аиша - 3 класс
Мусалимова Аделина - 3 класс
Магазова Мадина - 2 класс
Сагадатов Айназ - 1 класс
Юлина Розалина - 3 класс
Суфьянова Анелия - 4 класс
Магазова Мадина - 2 класс (МОБУ ООШ с
Мусалимова Аделина - 3 класс (МОБУ ООШ с
Халилова Эллина - 2 класс (МОБУ ООШ с
Ахметшина Карина - 7 класс (МОБУ ООШ с
Магазова Аиша, 3 класс (МОБУ ООШ с
Закиров Ильшат - 3 класс (МОБУ ООШ с
Баклан Ксения - 7 класс (МОБУ ООШ с
Магазова Мадина - 2 класс (МОБУ ООШ с
Муратшин Тимур-4 кл (МОБУ ООШ с
Закиров Ильшат-3 кл (МОБУ ООШ с
Магазова Аиша - 3 класс (МОБУ ООШ с
Мусалимова Аделина - 3 класс (МОБУ ООШ с
Суфьянова Анелия - 4 класс(МОБУ ООШ с
Устинова Евангелина - 3 класс (МОБУ ООШ
Юлина Розалина - 3 класс (МОБУ ООШ с
Уҡыусыларым менән дәрестән һуң йырларға, бейергә өйрәнәбеҙ. Төрлө байрамдарҙа сығыш яһайбыҙ.
Конкурс рисунков «Мажит Гафури глазами детей»
Конкурс рисунков по произведениям Абдулхака Игебаева
Моя малая родина
Поехали в кинотеатр смотреть фильм, с классом снялись в рекламе "Елки 5"

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page