top of page
img0.jpg

"Үләндәр" темаһына ҡараған лексика менән танышабыҙ 

Адонис майский - һары умырзая 
Анютины глазки - ала миләүшә 
Белена – тилебәрән 
Борщеви́к - балтырған 
Валерьяна - валерьян, бесәй үләне 
Ветреница - елбәҙәк, елбәгәй 
Вьюнок полевой - сырмалсыҡ, эт эсәге 
Гвоздика - ҡәнәфер 
Герань луговая - туғай яраны 
Глухая крапива - һуҡыр кесерткән 
Гусиный лук – йыуа 
Девясил - андыҙ 
Донник - ҡандала үләне 
Дурман – ҡаразирә 
Душица – мәтрүшкә 
Зверобой - һары мәтрүшкә 
Кислица – ҡымыҙлыҡ 
Клевер – туҡранбаш 
Колокольчик - ҡыңғырау сәскә 
Козлобородник - кәзә һаҡалы 
Крапива - кесерткән 
Ландыш – ынйы сәскә 
Лопух (репейник) - дегәнәк 
Льнянка - етен үлән, бесәй тырнағы 
Марь белая - аҡ алабута 
Мать-и-мачеха - үгәй инә үләне 
Медуни́ца - баллыҡай, биҫтау үләне 
Мятлик – бажат 
Наперстянка - уймаҡ сәскә 
Недотрога - һары ҡына 
Одуванчик - бәпембә 
Осот - билсән 
Пастушья сумка - көтөүсе муҡсайы 
Первоцвет весенний - яҙ гөлө, кәкүк емеше 
Пижма – гөлбаҙран 
Подорожник - юл япрағы 
Подмаренник - бөрмәкәй, ҡыҙыл тамыр 
Подснежник - умырзая 
Полынь - әрем 
Птичья гречишка (спорыш, горец птичий) - күгүлән, бәпкә үләне 
Пустырник - арыҫлан ҡойроғо 
Пырей ползучий - аҡтамыр 
Ромашка - аҡ сәскә 
Сарана - һарына 
Свербига восточная – ҡаҡы 
Сон-трава - күк умырзая 
Сурепка - тиле шалҡан, бүҙәнә ҡуҙағы 
Трясунка – ҡылбырбаш, ҡыяҡ үлән 
Тысячелистник – меңъяпраҡ 
Хохлатка – яҙ йондоҙо 
Чертополох - шайтан таяғы 
Чистотел - сөйәл үләне 
Щавель кислый - ҡуҙғалаҡ 
Щавель конский – ат ҡуҙғалағы 
Ярутка полевая - ярут, ҡош күмәсе 
Ятрышник - әшәлсә, ялан сәхләбе

Шифа - аяҡ аҫтында йәки Яҙғы дарыу үләндәре 
Дарыу үләндәре элек-электән киң ҡулланылған. Әммә ҡайһыһының ниндәй сирҙән килешкәнен, ҡасан йыйһаң файҙаһы ҙур булыуын һәр кем белеп еткермәй. Үләндәр менән эш иткәндә лә “самаһын белһәң - дарыу, белмәһәң - ағыу” тигәнде оноторға ярамай. 

 

ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ - күп кенә илдәрҙә халыҡ медицинаһында ҡулланыла, боронғо дарыу үләне иҫәпләнә. Япрағынан яһалған төнәтмә һалҡын тейгәндә, аш һеңдереү, бөйөр һәм бәүел ҡыуышлығы сирҙәрендә ярҙам итә, аппетитты аса. Ә һарҡындыһы менән башты йыуып, ҡыуаҡтан һәм сәс ҡойолоуҙан ҡотолалар. 
 

ЫНЙЫ СӘСКӘ йыйғанда һаҡ булырға кәңәш ителә, сөнки ул ағыулы, бигерәк тә еләктәре. Ынйы сәскәһен дауа сифатында халыҡ ҡына түгел, рәсми медицинала ла киң ҡулланалар. Унан эшләнгән дарыуҙар тынысландыра, йоҡлата, шулай уҡ тахикардия, гипертония, боғаҡ һәм быума сирҙәрен дауалауҙа, нервы ҡаҡшағанда файҙаһы ҙур. 
 

Яҙ ҠАРА РАРАҒАТтың япраҡтарын һәм бөрөләрен әҙерләйҙәр, сөнки ул аскорбин кислотаһына бай. Япраҡтары хуш еҫле булғанға күрә йыш ҡына сәйгә лә өҫтәйҙәр. 
 

БӘПЕМБӘ салаттар өсөн һәйбәт. Иҙелгән япраҡтарынан йәшәртеү өсөн битлек тә эшләйҙәр, ә сәскәһенән әҙерләнгән төнәтмә һипкелде ағарта. 
 

Шулай уҡ майҙа ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ еләге сәскә ата башлай. Уның шифалы булыуы күптән билдәле. Бигерәк тә япрағын ҡан ағыуҙы туҡтатыусы үләндәр ҡатнашмаһына ҡушалар. Ә еләгенән ҡайнатма әҙерләйҙәр йәки киптерәләр. 
Был осорҙа айыу көпшәһе (дяшль), энәлек (боярышник), муйыл сәскәһе, дегәнәк тамыры, көтөүсе муҡсаһы, аҡ әрем, юл япрағы, ҡара һарына (папортник) һәм башҡа ҡайһы бер үҫемлектәрҙең шифаһы ҙур. 
Үләндәрҙе йыйыр алдынан улар хаҡындағы мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Үҙегеҙгә күпме кәрәк буласағын иҫәпләгеҙ, сөнки киптерелгән үләндәрҙе һаҡлау ваҡыты күп түгел, ни бары 1-2 йыл.

 

 

Мин - юл япрағы, мине бөтә ерҙә лә осратырға мөмкин. Кешегә мин ҙур файҙа килтерәм. Тамаҡ ауыртҡада һәм йүткергән мәлдә шифам тейә. Шулай уҡ мине төрлө йәрәхәттәргә, шештәргә ябалар. 
Быға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер кешеләрҙең миңә ҡарата мөнәсәбәте насар. 
Мине рәхимһеҙ тапап китәләр, тамырым менән йолҡоп алалар. 
Ҙур үтенесем бар кешеләргә: һеҙгә файҙа килтергән үҫемлектәргә ҡарата шәфҡәтле, миһырбанлы булһағыҙ икән! 
Юл япрағы 

Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page