top of page

#Учусьвнациональномкостюме#милликейемдәуҡыйбыҙ

  • gulnarmusalimova
  • 16 апр. 2021 г.
  • 1 мин. чтения

Башҡортостанда республика халыҡтарының Милли кейеме көнө билдәләнә. Милли кейем –халыҡтың күңел донъяһын, көнкүрешен, милләтенең йәшәү рәүешен, сәнғәтен, тарихын борон-борондан сағылдырып килгән ҡомартҡыһы.

16 апрель Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә. . Был байрам республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы йылына ике тапҡыр – сентябрҙең икенсе һәм апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Бөгөн ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә.

Олойылға мәктәбе лә был саранан ситтә ҡалманы. “Милли кейем- халҡымдың мираҫы” тип исемләнгән тема аҫтында берҙәм дәрестәр үтте. Милли кейемгә арналған, “Башҡорт кейеме биҙәүестәре» исемле, бай йөкмәткеле дәрес үткәрҙем. Бөтә уҙғарылған дәрес, сараларҙа, уҡыусылар Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында белемдәрен күрһәтте, башҡорт халыҡ милли кейеме буйынса белемдәрен камиллаштарҙы. Балаларға матур презентациялар , сағыу милли кейем өлгөләре күрһәтелде.

Флешмобта 3-4 класс ҡыҙҙары дәртле ҡатнашты. Башланғыс класс уғыусылары «милли кейемдә уҡыйым» акцияһында әүҙем булдылар.

Бына ошондай саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам булып тора ла инде.



 
 
 

Комментарии


Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page