top of page

Аулаҡ өй

  • gulnarmusalimova
  • 5 нояб. 2020 г.
  • 1 мин. чтения

Обновлено: 5 апр. 2021 г.


5 ноябрь "Айыҡ ауыл-2020" конкурсы сиктәрендә Мөсәлимова Г.С. Олойылғаның ҡатын-ҡыҙҙары менән “Аулаҡ өй” тигән йолаһын үткәрҙе. Йортта хужа булып ҡалған ҡыҙҙар, иптәштәрен саҡырып, ҡул эштәре менән булышҡандар. Уйындар уйнап, йырҙар йырлап та ҡараңғы кискә тиклем күңел асҡандар.


Ауыл кисе. Таҫмаларҙан

Әй ағыла ят моңдар.

Ниндәй моңһоу, әллә инде

Телһеҙ ҡалған гармундар.


Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,

Моң кайҙа һуң, әйт урам?

Аулаҡ өйле һәм гармунлы

Йәшлегемде һағынам.


Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу?

Күңелем буш ник шулай?!

Өй түрендә тальян гармун

Моң һағынып зар илай


Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,

Моң кайҙа һуң, әйт урам?

Аулаҡ өйле һәм гармунлы

Йәшлегемде һағынам.


Йөрәктәргә осҡон һалып,

Гармунымда уйнайым.

Ауылымда моңдар биреп,

Урамдарҙы буйлайым.


Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,

Моң кайҙа һуң, әйт урам?

Аулаҡ өйле һәм гармунлы

Йәшлегемде һағынам.


Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр,

Гармун моңға һыуһаған.

Һөйөү булып моңдар ҡайтһын

Ауылыма яңынан.


Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,

Моң кайҙа һуң, әйт урам?

Аулаҡ өйлө һәм гармунлы

Йәшлегемде һағынам.





 
 
 

Комментарии


Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page