top of page

Бәпәй сәйе

  • gulnarmusalimova
  • 3 нояб. 2020 г.
  • 1 мин. чтения

Кеше ғүмеркәйе – тупһанан түргә үтеү генә,

Кеше ғүмеркәйе – ултырып бер сәй эсеү генә.

Кеше ғүмере – япраҡ өҙөлөп төшөү генә,

Бер елдереп арғымаҡта үтеү генә.

Бәпәй сәйе эсереү борон борондан булған йола ул.

3 ноябрь "Айыҡ ауыл-2020" конкурсы сиктәрендә Мөсәлимова Гөлнар Сабит ҡыҙы ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары менән “Бәпәй сәйе” тигән йолаһы үткәрҙе.

Ата–бабаларыбыҙ балаларын халыҡ традицияларына таянып тәрбиәләгәндәр.Әйтәйек, ата кеше сабый тыуғас , бишекте үҙенең кендеге юғарылығында элгән.Был бейеклектә бөтә кешеләрҙең дә биополеһы йөрөй. Кешенең тубығынан түбәндә биополеһы булмай. Баланы бишектән алғас Ҡулдарында тотоп йөрөткәндәр. Аҡыл йәһәтенән тиҙерәк үҫешһен өсөн, баланы йышыраҡ һикертеп, уйнатып алырға кәрәк.

Бишек йырҙары, теләк-һамаҡтарға ла ҙур мәғәнә һалынған.

Бала тыуғас, сәңгелдәккә һалалар.Әсәһе сәңгелдәк йырын йырлай. Баланың тыныс йоҡлауын, һау-сәләмәт, бәхетле булыуын теләй. Бишек йыры әсәнең саф һөйөүен дә, изге теләген дә,өмөтөн дә аңлата.

Бишек йырҙары бала ҡарау,үҫтереү,уға өгөт нәсихәт биреү элек –электән ҡатын –ҡыҙҙың донъяға ҡарашы,аҡыллы тәжрибәһе, матурлыҡты, изгелекте тоя күрә белеүгә бәйле. Әсә үҙенең кисерештәрен, хистәрен, теләктәрен йырҙарына ҡушып,йырлаған. Әсәләр поэзияһы барлыҡҡа килгән.Улар малайҙарға өйҙә ярҙамсы, ата терәге булыуҙы, ҡыҙҙарға бәхет ,аҡыллы ,матур кейәүгә барыуҙы юрайҙар.

Бала тыуғанға ҡырҡ көн булғансы өйҙә баланы яңғыҙ ҡалдырмайҙар.Әгәр ҡалдырһаң, эргәһенә ҡайсы һалалар.уны шулай итеп яман күҙҙәрҙән ҡурсалайҙар.

Күҙ теймәһен тип маңлайына ҡором һөрткәндәр, хәҙер буяҡ һөртәләр, беләгенә ҡыҙыл еп , мәрйен бәйләйҙәр.

Сәңгелдәктә ир бала ятһа, уҙа бөркөт тырнағы элгәндәр, ҡыҙ бала ятһа, ҡауырһын ҡуйғандар. Бының ҙур мәғәнәһе бар егеттәрҙең көслө ,ҡыйыу булыуын, ҡыҙ баланың һылыу булыуын һәм ваҡыты еткәс, үҙ ояһын табып, ҡанатланып осоп китеүен теләгәндәр.

Инеш ҡобайыр.

-Бер тигәс тә ни яман

Иленә һынау килгән саҡта

Берләшмәгән шул яман.

-Ике тигәс тә ни яман

-Ирек өсөн көрәшкәндә

-икеләнһәң ,шул яман

-Биш тигәс тә ни яман

Ҡурсаҡ кеүек өй эсендә

Бишек булмау , шул яман



 
 
 

Комментарии


Звоните

T. +7 (34792)7-10-68

сайт Wix.com да эшләнелгән

Заходите

  • YouTube
  • Vkontakte Social Иконка

Гульнар Мусалимова

РБ, Белорецкий район, с.Улуелга

МОБУ ООШ с.Улуелга
 

bottom of page